Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине. Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты. Улар Вифсаидаға килеп етте. Кешеләр, бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә, Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған.
Выбор основного перевода