Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ был кеше махауҙан таҙарынды. Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. Уның янына һаңғырау һәм тотлоғоп һөйләшкән кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр. Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны. Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе. Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы. Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.
Выбор основного перевода