Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны. – Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? Ғайса быны белеп, уларға: – Ниңә һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы хаҡында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман бер нәмә лә аңламайһығыҙмы? Бер ни ҙә төшөнмәйһегеҙме? Күңелдәрегеҙ ҡатҡанмы? Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: – Әллә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса. Әммә Ғайса, шәкерттәренә боролоп ҡарап, Петрҙы шелтәләне: – Кит янымдан, Иблис! Һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке. Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. Улар был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә һорашырға ҡурҡтылар. – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы, йәки Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы һеҙ ҙә үтә алырһығыҙмы?
Выбор основного перевода