Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте. Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә, Иерусалимдан да, Идумеянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килде. Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡуймаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда, Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күргән. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөгән. Ғайса уларҙың береһенә ултырып, ә ул кәмә Симондыҡы булған, ярҙан бер аҙ алыҫлашыуын һораған һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡҡа вәғәз әйтә башлаған.
Выбор основного перевода