Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
«Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». «Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңларһығыҙ-тыңларһығыҙ – аңламаҫһығыҙ, Ҡарарһығыҙ-ҡарарһығыҙ – күрә алмаҫһығыҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты. Ҡолаҡтары көскә генә ишетә, күҙҙәрен дә йомғандар. Әгәр шулай булмаһа, күҙҙәре менән күрерҙәр, ҡолаҡтары менән ишетерҙәр ине, йөрәктәре менән аңларҙар, Миңә табан боролорҙар һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй. Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә, сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп, әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы». Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.
Выбор основного перевода