Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хужам! Хужам! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр. Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ! Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине. Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып: – Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын. Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы. Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты. Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. Ғайса уны: – Бар, ауылға инеп торма, – тип өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы. Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине. Ен шунда уҡ сыҡты. Әммә шаҡшы рух: – Ғайсаны беләм, Павел да миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе.
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Выбор основного перевода