Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар. – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине. Ә Мине Ебәреүсенең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көнөндә үленән терелтергә тейешмен. Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ. Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора.
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Выбор основного перевода