Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине. Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө. Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы. Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. Ғайса кәмәнән төшөү менән, шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше ҡәбер мәмерйәләренән сығып, Уға ҡаршы килде. Ҡәберҙәр эсендә йәшәгән был кешене хатта сылбырҙар менән дә бәйләп тота алмағандар. Уны әллә нисә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулына бығау, сылбыр һалғандар, ә ул сылбырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уны тыйырға хәленән килмәгән. Бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән һуғып яралай торған булған. Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килеп аяғына йығылды. – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны. – Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса. – Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы. Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. – Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялынды ендәр. Ғайса рөхсәт иткәс, шаҡшы рухтар кешенән сыҡтылар ҙа сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. Сусҡа көтөүселәр йүгерешеп был хәбәрҙе ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр иһә ни булғанын күрергә барҙы. Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен ялбара башланы. Ул кәмәгә ултырған саҡта, элек ен эйәләшкән кеше Уның менән бергә барырға үтенеп һораны. Әммә Ғайса рөхсәт итмәне. – Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, һиңә ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса. Теге кеше китеп, Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнлеген Ун Ҡалала һөйләргә тотондо. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды. Бынан Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Бында бер өйгә инде. Был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. Бәләкәс ҡыҙының эсенә ен эйәләшкән бер ҡатын Уның тураһында ишетеп ҡалды ла, килеп аяғына йығылды. Тыумышы менән Сүриә Финикияһынан булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын үтенде. – Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине Ғайса уға. – Икмәкте балаларҙан алып эттәргә ырғытыу яҡшы түгел. – Әфәндем, – тип яуап бирҙе ҡатын. – Эттәр ҙә бит балаларҙан өҫтәл аҫтына ҡойолған валсыҡтарҙы ашай. – Шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты. Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде. Халыҡ төркөмөнән берәү: – Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә шаҡшы рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла, ергә атып бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырлатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, ләкин улар булдыра алманы, – тине. – Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! Уны Ғайса янына алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, шаҡшы рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы, бала ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрәп йөрөнө. Ғайса малайҙың атаһынан: – Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны. – Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – Шаҡшы рух уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе! – Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса. Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә! Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине. Шаҡшы рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты. Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – Улар Иерусалимға китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә саҡырып, Үҙ башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы:
От Марка
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Выбор основного перевода