Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. Кис еткәс, шәкерттәре күл буйына төштө лә, кәмәгә ултырып аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса һаман күренмәне. Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар күл өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса. Шәкерттәре Уны кәмәгә алырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар бара торған ярға килеп туҡтаны.
Выбор основного перевода