Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө. Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе. Был хаҡта белгәс, Ғайса бынан сығып китте. Уның артынан күп халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы. Уның артынан күп халыҡ эйәреп барҙы һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. Ғайса шәкерттәре менән Иерихон ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан ҙур халыҡ төркөмө эйәреп барҙы. Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күп халыҡ эйәреп барҙы. Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған. Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды. Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.
Выбор основного перевода