Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған халыҡ төркөмдәрен күреп, шәкерттәренә күлдең аръяғына сығырға ҡушты. Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә, өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп: – Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирһәң ине, – тип үтенде. Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны. Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға менеп ултырҙы. Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.
Выбор основного перевода