Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә ярамағанды ҡыла, – тинеләр. Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны. Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Ни өсөн һеҙ шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйһегеҙ? – тип һораған. – Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле! Ул ваҡытта һыуһамаҫ та, бында һыу алырға килеп тә йөрөмәҫ инем, – тине ҡатын. Ғайса уға: – Бар, иреңде саҡырып кил, – тине. Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ? Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.
Выбор основного перевода