Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. Шарап етмәгәс, Уға әсәһе: – Быларҙың шарабы бөткән, – тине. Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, – тип яуап бирҙе. – Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә. Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса пакланырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. Ғайса: – Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, – тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы. Шунан һуң Ғайса уларға: – Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине. Улар шулай эшләне. Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып: – Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде етерлек эселгәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине. Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды. Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде. – Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине. Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән. Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан. Йөҙбашы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәргән.
Выбор основного перевода