Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны. Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ! Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны. – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ! – Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ. Ғайса: – Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине. Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙгә әйткәйнем инде, ә һеҙ ышанмайһығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла.
Выбор основного перевода