Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайса: – Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы. Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин. Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ. Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай.
Выбор основного перевода