Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Уның тураһында Изге Яҙмала: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған. Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр. – Мин Мәсих түгел, – тип йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ белдерҙе ул. – Мин – Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя. Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе. Үҙ хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Һеҙ мине кем тип уйланығыҙ? Мин Ул түгел, Минең арттан Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡлы түгелмен», – тине.
Выбор основного перевода