Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
– Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни? Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән. Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине. Дауыт Уның тураһында былай тине: «Мин Раббыны һәр ваҡыт үҙ алдымда күрҙем. Ул минең уң яғымда, шуға күрә мин икеләнмәйем. Йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, Үҙ Изгеңдең тәнен серетмәҫһең. Шуға күрә күңелем ҡыуана, йырым шатлыҡлы, тәнем өмөт бағлап йәшәр. Йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, Үҙ Изгеңдең тәнен серетмәҫһең. Шуға күрә күңелем ҡыуана, йырым шатлыҡлы, тәнем өмөт бағлап йәшәр. Һин миңә тормош юлын күрһәттең. Мине Үҙ ҡаршыңда шатлыҡҡа сорнарһың». – Туғандар! – тип дауам итте Петр. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт тураһында ҡыйыу рәүештә шуны әйтә алам: ул үлде һәм күмелде. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Алла Дауыт урынына тәхеткә уның нәҫеленән береһен ултыртасағы тураһында ант иткән. Дауытҡа был ант хаҡында билдәле ине һәм, пәйғәмбәр булараҡ, Мәсихтең үленән тереләсәген алдан белеп, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары. Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелтелде,
Выбор основного перевода