Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер. Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын. Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине. Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде. Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул: «Исемеңде туғандарыма иғлан итермен, ғибәҙәт ҡылырға йыйылыусылар араһында Һиңә дан йырлармын», – ти.
Выбор основного перевода