Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын.
Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.