Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайса: – Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. – Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла: – Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. – Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит. Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош. Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем. Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.
Выбор основного перевода