Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине. Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр. Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ. Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем.
Выбор основного перевода