Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы». Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата. Ибраһимды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Ибраһим Аллаға ышанды, һәм бының менән ул хаҡ һаналды». Ибраһимдың ысын балалары иманға таяныусылар икәнлеген аңлағыҙ. Тимәк, иманға таяныусылар Аллаға инанған Ибраһим менән бергә фатиха ала.
Выбор основного перевода