Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6
Параллельные места
Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар Клавдий заманында булды). Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр. сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.
Выбор основного перевода