Үленән терелеү ҙә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә һалынған орлоҡ кеүек. Тәүҙә фани, терелткәс – мәңге үлмәҫлек.
Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш ерләнә – ҡеүәтле булып терелә.
Йән эйәһе булған тән ер эсенә һалына, ә Рух менән яңыртылған тән терелә. Йән эйәһе булған тән бар икән, Рух менән яңыртылғаны ла бар.