Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4
Параллельные места
Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтөнөбөҙҙөң дә Уның үлеменә сумдырылыуы тураһында белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек. Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ. Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ. Ғайсаның тормошо ла тәнебеҙҙә күренһен өсөн, Уның үлемен һәр ваҡыт тәнебеҙҙә йөрөтәбеҙ. Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм. Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.
Выбор основного перевода