Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4
Параллельные места
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды. Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине. Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы. Ул бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә. Шунлыҡтан уның хеҙмәтселәренең хаҡлыҡ хеҙмәтселәре ҡиәфәтенә инеүе ғәжәп түгел. Әммә ахыр сиктә улар ҡылған эштәргә ҡарап лайыҡлы язаһы ла буласаҡ. Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе. Тимәк, һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алла халҡының милләттәштәре һәм Уның йорто ағзалары. Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда иһә Мәсих Алланың уң яғында ултырған. Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ ысын Аллаға хеҙмәт итеү һәм күк батшалығынан Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды, Ул беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ. Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ ысын Аллаға хеҙмәт итеү һәм күк батшалығынан Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды, Ул беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.
Выбор основного перевода