Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Раббыбыҙ! Һин һәр береһенең йөрәгендә ни ятҡанын беләһең. Йәһүҙә үҙенә тейеш булған урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итеү өсөн Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайлаған булһаң, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар. Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды. Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул. Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр. Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар. Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма. Кешеләргә ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла. Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер.
Выбор основного перевода