Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иман тотоусыларға өс меңгә яҡын кеше ҡушылды. Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо. илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде. Күп тапҡырҙар грек телле йәһүдтәр менән осрашып һөйләште, бәхәстәр ҡорҙо. Ә улар уны үлтерергә тырышты. Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Киринея кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.
Выбор основного перевода