Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Филипп, Самарияға барып, бер ҡала халҡына Мәсих тураһында бәйән итте. Раббының бер фәрештәһе Филипҡа: – Тор ҙа көньяҡҡа, Иерусалимдан Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине. Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды. Ә икенсе көндө Павел менән беҙ Кесарияға килдек һәм Иерусалимда һайланған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиптың өйөндә туҡталдыҡ.
Выбор основного перевода