Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ. Шул сәбәпле, Раббы Ғайса арабыҙҙа саҡта – Яхъя Уны һыуға сумдырған көндән алып яныбыҙҙан күккә алынған көнөнәсә – гел генә үҙебеҙ менән бергә йөрөгәндәрҙең береһе Уның үленән терелгәнлеге тураһында беҙҙең менән бер рәттән шаһитлыҡ ҡылырға тейеш, – тине Петр. Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо. Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп,
Выбор основного перевода