Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шул көндө Ғайса янына саддукейҙар килде. Улар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Ғайсаға ошондай һорау бирҙеләр: Үленән терелеүҙе инҡар иткән саддукейҙар Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр: Ғайса эргәһенә бер нисә саддукей килгән. Улар үленән терелеүҙе инҡар иткән һәм Ғайсаға шундай һорау биргән: Сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте? Йәһүҙә, баш руханиҙар һәм Алла Йортон һаҡлаусылар башлыҡтары эргәһенә барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшкән. Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш руханиҙарға, Алла Йорто һаҡсылары башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тигән. – Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм баш руханиҙар быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалдылар. Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр.
Выбор основного перевода