Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә һағайыу хисе уянды. Әммә Петр: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! – тип, Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы. Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар. Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Иман тотоусылар берҙәм рәүештә Сөләймәндең бағаналы залында осрашып торҙо.
Выбор основного перевода