Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ә хәҙер минең һеҙгә кәңәшем шундай: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, – тине. – Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. Ул: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине. Бына шуға ла, әфәнделәр, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мин Аллаға инанам, барыһы ла миңә әйткәнсә буласаҡ. Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,
Выбор основного перевода