Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Әфәнделәр! Хәҙер диңгеҙҙә булыу йөк һәм карап өсөн генә түгел, ә үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм. Бына шуға ла, әфәнделәр, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мин Аллаға инанам, барыһы ла миңә әйткәнсә буласаҡ. Павел йөҙбашыға һәм ғәскәриҙәргә: – Улар карапта ҡалмаһа, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине. Был мәлдә бөтәһенең дә күңеле күтәрелде һәм улар ҙа ашарға ултырҙы. Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ. Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йыҡтылар, ләкин һәләк булмайбыҙ.
Выбор основного перевода