Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книд ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел арҡаһында был йүнәлештә барыу мөмкин булмағанға күрә, Салмона моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек. – Әфәнделәр! Хәҙер диңгеҙҙә булыу йөк һәм карап өсөн генә түгел, ә үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм. Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды. Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек.
Выбор основного перевода