Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Павелды Алла Йортонан һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйҙылар. Улар уны үлтерергә тырышҡан мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Иерусалимда башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр. Ул шунда уҡ, ғәскәриҙәр һәм йөҙбашылар менән бергә, халыҡ йыйылған ергә йүгерҙе. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Павелды туҡмауҙан туҡтаны. Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул. Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан: – Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны. Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине. Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде: – Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы? – Эйе, – тине Павел. – Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы. – Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел. Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.
Выбор основного перевода