Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Халыҡ араһында берәүҙәр бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра башланы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген белә алманы, шунлыҡтан Павелды нығытмаға алып барырға ҡушты. Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы. Ыҙғыш көсәйгәнлектән, ғәскәриҙәр башлығы, Павелды өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә аҫҡа төшөп уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.
Выбор основного перевода