Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Биш көндән, Павелға идарасы алдында ғәйеп ташлау өсөн, иң баш рухани Анания аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгесе Тертулл исемле кеше менән бергә Кесарияға килде. – Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. – Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Павелға ишара яһаны. – Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды белгәнгә, мин үҙемде шатланып яҡлаясаҡмын, – тине Павел. – Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар.
Выбор основного перевода