Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы. Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине. Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә. Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин. Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсих аша Уның мәрхәмәте бүләк ителде. Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!» Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә. һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.
Выбор основного перевода