Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне. – Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле. Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды. Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.
Выбор основного перевода