Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була. Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Павел улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тиранн тигән берәүҙең уҡыу йортонда көн һайын әңгәмә ҡороп ултырҙы. Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. Үҙебеҙгә үҙебеҙ түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таяныу өсөн беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.
Выбор основного перевода