Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине. Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы. Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ерҙең бөтә сиктәренә тиклем килһен тип, Мин Һине башҡа халыҡтарға яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым», – тигән әмер бирҙе. Мәжүсиҙәр Павел менән Варнава әйткән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде. Павел уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ. Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла, Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын.
Выбор основного перевода