Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине. Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине. Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр. Ә Павел үҙенә Силаны һайланы һәм, имандаштар Павелды Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты,
Выбор основного перевода