Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Петра
1 2 3
Параллельные места
Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ. һәм Алла сүрәтендә яратылған, дөрөҫлөктә ғәҙел һәм изгелекле яңы кешегә әйләнегеҙ. Донъяны һәм унда булған нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ. Сөнки донъялағы бөтөн нәмә: гонаһлы тәбиғәтебеҙ нимә теләй, күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға һәм тормошта тәкәбберлеккә нимә килтерә – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан. Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй. Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ. Беҙ Алла балаларын яратабыҙмы икәнде бына нисек беләбеҙ: Алланы яратабыҙ һәм Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ. Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра. Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә. Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.
2. Петра
1 2 3
Выбор основного перевода