Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Петра
1 2 3
Параллельные места
Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ. Эйе, беҙ донъялағы «ҡыуыш»ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ. Ҡәҙерлеләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.
2. Петра
1 2 3
Выбор основного перевода