Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Петра
1 2 3
Параллельные места
Унда йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине. – Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға аласаҡ кешеләрҙе Уның янына алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы ул һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине. Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы, шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер. Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында эҙләнгәндәр һәм ентекләп тикшергәндәр. Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.
2. Петра
1 2 3
Выбор основного перевода