Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, үҙ хоҡуҡтарымды бөтөнләй файҙаланмайым, был хеҙмәтте бушлай атҡарам. Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәләмә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ! Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә. Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар. Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн. Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем. Имандаштар, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең кеше уйҙырмаһы булмауын белегеҙ, мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе.
Выбор основного перевода