Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Параллельные места
Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем. Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә, көсһөҙлөктәремдән башҡа бер ни менән дә маҡтана алмайым. Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам. Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.
Выбор основного перевода