Һеҙ шул тиклем аҡылһыҙмы ни? Изге Рух менән башлағайнығыҙ бит, ә хәҙер маҡсатығыҙға үҙ көсөгөҙ менән өлгәшергә уйланығыҙмы?
Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.
Мин үҙем дә ундай йолаларға таяна алыр инем. Әгәр башҡа берәү тән йолаларына таянырға теләй икән, минең быға нигеҙем нығыраҡ.