Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
2. Фессалоникийцам
1 2 3
Параллельные места
Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара. Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы. Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ. Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы. сөнки беҙҙең Аллабыҙ – яндырып юҡ итә торған ут. Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.
2. Фессалоникийцам
1 2 3
Выбор основного перевода